тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      всиреча с ветераном 11943 йылдың 2 феврале Совет  ғәсҡәрҙәрең Сталинград янында немец фашистарын тар-мар иткән көн тип билдәләнә.

   Ошо мөһим, бөйөк көндә беҙҙең 8 «в» класы уҡыусылары  Республика Хәрби  Дан музейына барыуы хаҡында ишеткәс, бик ныҡ ҡыуандыҡ. Сөнки Сталинградтағы һуғышта ҡатнашҡан,  әлеге көндә берҙән-бер тере булған һуғыш ветераны Хуснуризанов Хәсән Рәхим улы менән осрашыу- бик һирәк эләгә торған һөйөнөс, бәлки ғүмерҙә бер була торған хәлдер.

   Иң башта беҙ Мәңгелек ут янында үҙенең рух-көсөн һирпегән Шәкирйән Мөхәмәтйәнов һәйкәленә ҡәнәфер сәскәләрен  сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһының  VII сығарылыш Дәүләт Думаһы депутаты Ишһарин Рәмзил Рафаил улы, шулай уҡ ветераныбыҙ – Хуснуризанов Хәсән Рәхим улы менәнә бергә һалдыҡ. Һуңынан музейҙа беҙ тарих уҡытыусыһы менән ветерандан һуғыш хаҡында мәғлүмәт алдык, һорауҙар бирҙек. Сараның аҙағында тыныслыҡ күгәрсененә үҙебеҙҙең теләктәребеҙҙе яҙып йәбештерҙек, иҫтәлеккә күмәкләшеп фотоға төштөк.

   Шулай итеп, хистәргә бай, мәғлүмәткә тулы көнөбөҙ үтеп тә китте.

  “ Һуғыш-ул төштәге һаташыу,  ләкин ул, төштә түгел, ә өндә. Ҡан ҡойоштан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ. Һуғышты киләсәк быуынға күрергә яҙмаһын!» - тигән һүҙҙәр менән бөтөрөп ҡуйҙы үҙ фекерен  Хәсән Рәхим улы.

   Ысынлап та, донъяла һуғышҡа урын юҡ. Тормош теүәл, имен булһын өсөн һәр беребеҙ бар көсөбөҙҙән килгәнсе уны яҡшыртыр өсөн тырышырға тейешбеҙ! Киләсәк – беҙҙең ҡулда!

8 «в» уҡыусылары

всиреча с ветераном 3всиреча с ветераном 4