тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Копия IMG 0167Гимназистар өсөн уҡыу аҙнаһы бик ҡыҙыу һәм үҙенсәлекле барҙы,сөнки уҡыусылар Президент һайланы. Алдан әйтелеп үтеүенсә,был вазифаға ике кандидат дәғүә итте.Уҡыусылар үҙҙәре теләгән кандидатҡа тауыш бирҙе. Барыһы һайлауҙа 541 кеше ҡатнашты. Кандидаттар араһында иң күп тауыш йыйып, 10а класы уҡыусыһы Ғәниев Илнар 2018 - 2019 уҡыу йылының Президенты итеп тәғәйенләнде. 

        Әлегә тиклем Президент вазифаһын Азамат Зәйнетдинов башҡарҙы һәм лайыҡлы итеп ышаныслы ҡулдарға тапшырҙы. Илнар иһә гимназистар һәм администрация алдында Президент антын биреп, "Лидер" ойошмаһының яңы составы менән таныштырҙы. Киләсәктә Илнар ҙа һынатмаҫ тип уйлайбыҙ, сөнки Президент исемен йөрөткән кеше бар ерҙә лә өлгө һәм терәк булырға тейеш.

Копия IMG 0046