тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

     IMG 9903 2Гимназиябыҙҙың үҙенсәлекле йолалары бар икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Шуларҙың береһе - йыл һайын 8-10 класс уҡыусылары араһында «Лидер» Советы уҡыусылар үҙидаралағы ойошмаһына Президент һайлауҙары.

Һайлау алдынан иң алда дебаттар ойошторола. Быйылғы йылда Президент кандидатлығына 2 уҡыусы дәғүә итте. 10 А һәм 10 Е кластарынан Ғәниев Илнар менән Ҡиранов Илдус. Әйтергә кәрәк, был сара береһен дә битараф ҡалдырманы һәм ул бик көсөргәнешле барҙы.  Президент вазифаһына дәғүә итеүселәр уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙеләр, пландары һәм бойомға ашырасаҡ проекттары менән таныштырып үттеләр. Кандидаттар һәм уларҙың ярҙамсылары программа төҙөүгә бик  яуаплы ҡарағандар. Уларға бирелгән һорауҙарға ла буласаҡ лидерҙар ышаныслы итеп яуап ҡайтарҙылар.

Гимназияла һайлауҙар 31 ғинуар үтәсәк. Кандидаттарға уңыштар теләйбеҙ! 

IMG 9854IMG 9870IMG 9912