тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 538888ca45c66Ҡышҡы каникулдар булыуға ҡарамаҫтан, гимназиябыҙ гөрләп торҙо. Балалар олимпиадаларҙа көс һынашһа, уҡытыусылар менән тәрбиәселәр, тәрбиә эштәренен проблемаларына арналған бик фәһемле кәнәшмә үткәреп, тәжрибә уртаҡлашты.

      Был кәнәшмәлә тәрбиә эштәре буйынса директорҙын  урынбаҫары Мөхәмәтйәнова Оксана Нурғәли ҡыҙы үҙенен сығышында төп проблмаларҙы асыҡланы һәм уны хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.

Мәктәбебеҙҙен психологы Канафина Линара Булат ҡыҙы, алдан үткәрелгән анкета яуаптарына нигеҙләнеп, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы борсоған мәсьәләләрҙе яҡтыртһа, социаль педагог Яппарова Зәлиә Тәлғәт ҡыҙы, медицина хеҙмәткәрҙәренен күҙәтеүҙәре һөҙөмтәләренә таянып, балаларҙын һаулығы торошона анализ яһаны. Кәнәшмәнен маҡсатына ярашлы, 11а класынын етәксеһе Зәйнетдинов Илнур Иршат улы  һәм 9а класынын тәрбиәсеһе Бикмуллина Танһылыу Закирйән ҡыҙы, класс етәксеһе, тәрбиәсе һәм ата-әсәләр менән берлектә, булған проблемаларҙы хәл итеү, һәм ғөмүмән, класта эште ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Хеҙмәт тәрбиәһенә ҡағылған проблемалы мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеү юлдарын 11д класынын тәрбиәсеһе Алһыу Азат ҡыҙы Исчурина асып бирһә, балаларҙын сәләмәтлегенә,тәртибенә,уҡыуына һәм артабан унышлы  булып китеүенә спорттын ынғай йоғонтоһо тураһында  боксерҙар түнәрәге етәксеһе Мәрҙәнов Айрат Кәнзил улы бәйән итте.  Тәрбиәселәр  Вәхитова Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы, Мозафарова Гөлназ Салауат ҡыҙы һәм Ишморатова Фәймә Ғибәт ҡыҙы тәрбиә эшендә яны технологиялар ҡулланыу һәм проект өҫтөндә эшләү тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Күтәрелгән проблемалар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. 

Кәнәшмә һунында   “2018  йылдын ин яҡшы тәрбиәсеһе”   конкурсына старт бирелде.

Тәрбиәселәрҙен методик берләшмәһе етәксеһе Минзәлә Мәүлитҡол ҡыҙы Шәрипова.

педсовет 1педсовет 2педсовет 5педсовет6 1педсовет6 2педсовет6 3