тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

лидия мн10-12-се ғинуарҙа гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы үтте. Унда республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурғандан ижади фекерләгән һәләтле, рухлы балалар йыйылды. 300-гә яҡын ҡатнашыусыларҙың араһында башҡа милләт балаларының ҡатнашыуы  уларҙың телде теләп өйрәнеүен, хатта ярыштарҙа  ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Олимпиада 3 турҙа  үтте : 1-се тур -  инша, 2-се тур - тексҡа комплекслы анализ, 3-сө тур – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест (10 һорау). Олимпиадала беҙҙең уҡыусыбыҙ, «Йәншишмә» гәзитенең һәм  «Аманат»  журналының йәш хәбәрсеһе Лидиә Динмөхәмәтованың призер булыуы гимназиябыҙ өсөн бик ҙур шатлыҡ булды. Уны  һәм был еңеү өсөн күп көсөн һалыусы уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышеваны ҡотлайбыҙ һм киләсәктә лә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!