тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

      закрытие олимпиады 5Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сара өс көн дауамында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы. Олимпиадала республиканың тиҫтәләгән район һәм ҡалаһынан 252 уҡыусы ҡатнашты. Шул иҫәптән Ырымбур, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренән килгән 13 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үҙ көсөн һынап ҡараны. 
      Еңеүселәрҙе Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова,М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары, уҡыутыусылары тәбрикләне. Уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар тапшырылды. 
      Гимназистарыбыҙ ҙа һынатманы.Белем усағыбыҙҙың 11 - се класында белем алыусы Динмөхәмәтова Лидиә призёр исеменә лайыҡ булды! 
      Ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр,еңеүҙәр теләйбеҙ!
 
закрытие олимпиады 1закрытие олимпиады 2закрытие олимпиады 3закрытие олимпиады 4закрытие олимпиады 6