тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Бабич 1Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән региональ - ара олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар тағы ла һынау тотто. Улар бирелгән тексҡа анализ яһанылар һәм викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Ә кисен иһә уҡыусыларға " Бабич " фильмы күрһәтелде. Продюсер Леонид Филинов та килде. Балалар төрлө һорауҙарын бирҙе, ихлас күңелдән аралашты. Фильм барыһына ла оҡшаны, күңелдәрендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы!
Тиҙҙән олимпиаданың еңеүселәре лә билдәләнәсәк. Уңыштар теләйбеҙ!

 

Бабич 3Бабич 4