тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

открытие олимпиады 210 ғинуар гимназиябыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһын асыу тантанаһы үтте. Башҡортостандың төрлө тарафтарынан үҙ райондарында еңеү яулап килгән көслө уҡыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары сәләмләне. “Ете ырыу” ансамбленең дәртле бейеүе, «Ҡорос” халыҡ театрының оҫта итеп спектаклдән өҙөк күрәтеүе, “Дарман» вокал ансамбленең моңло йырҙары һәм башҡа сығыштар барыһының да күңеленә хуш килде. 

Артабан уҡыусылар тәүге һынауға – инша яҙырға таралды. Киләһе ике көндә уларға тағы ла юғарыраҡ, ҡатмарлыраҡ кимәлдә көс һынашырға тура киләсәк. Уҡыусыларҙың белемдәрен Башҡортостандың күренекле ғалимдары, мәртәбәле жюри ағзалары баһалаясаҡ.

Ә кисен ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары менән осрашыуға йыйылды. Улар үҙҙәренә мәғлүмәт алды, һорауҙар бирҙе.

открытие олимпиады 3открытие олимпиады 4открытие олимпиады 5открытие олимпиады 1открытие олимпиады 6