тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

новый год 6 25 декабрь гимназиябыҙҙа яңы йыл байрамдары үтте. Яңы йыл – барыһының да көтөп алған байрамы, шуға күрә уҡыусылар бик ентекле әҙерләнгәндәр ине.

7-9 кластар өсөн «Иҫәүән Таҙ” исемле яңы йыл әкиәте ҡуйылды. Ҡуйыусы-режиссеры - Лоҡманов И.Ф. Сәхнәне биҙәүсе - хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Салахов А.Ш. Әкиәттә уйнаусы уҡыусылар бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан,  ролдәрен бик оҫта итеп башҡарҙылар. 7,8,9 кластар әҙерләгән йыр-бейеүҙәр әкиәтте тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.

Ә 10-11 кластар тамашасыларға «Дуҫлыҡта – көс” тип аталған яңы йыл мажараларын күрһәтте. Тамаша барыһына ла бик оҡшаны. Сығарылыш класс уҡыусылары барыһы ла сәхнәгә сығып, «Дуҫтар”  йыры менән сығыштарын тамамлап ҡуйҙылар.

Уҡыусыларға ҙур рәхмәт!  Барыһын да етеп килгән Яңы йыл байрамдары менән ҡотлайбыҙ! 

 

новый год 1новый год 2новый год 3новый год 4новый год 5