тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 8775Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия - интернатында «Шаяндар һәм отҡорҙар» уйынын үткәреү матур йолаға әйләнде. Әлегеһе «Күңелле гимназия тормошо», «Яңы йыл» темаларына арналды. Унда VIlI – XI кластарҙан барлығы 7 команда тапҡырлыҡта һәм отҡорлоҡта үҙ-ара ярышты. Командалар етди әҙерләнгәне күренеп тора, һәр сығыш көслө алҡыштарға күмелде. Тамашасылар рәхәтләнеп көлдө, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп ултырҙы.

Ә кемдәр еңеүсе һуң? Бындай баһаға 11-се кластарҙың йыйылма командаһы лайыҡ булды, l урында – «КБ» , 2- се урында «Гангстеры»,ә III урында – «9- сы ЕЕЕ» командаһы. Ә "Өмөт" номинацияһында "Эльфиктар" командаһы еңеп сыҡты. Ә инде уҡытыусыларыбыҙ исеменән сығыш яһаған математика фәне уҡытыусыһы Көмөшбаев Рөстәм Райман улы " Иң яҡшы шаяртыу" номинацияһына лайыҡ булды. Иң яҡшы ир-егет, ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусылар булып Өлфәт Хөсәйенов һәм Фирзинә Сәйәхова танылды. Уйында ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм киләһе йылда ла ҡыҙыҡлы уйындар көтөп ҡалабыҙ!

IMG 8758IMG 8707IMG 8742IMG 8651IMG 8662IMG 8673IMG 8686IMG 8693