тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

249973 vstrecha kartinkiДраматург, прозаик Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу.

Рәми Ғарипов исемендәге 1 - се Башҡорт республика гимназия - интернаты уҡыусылары аҙна һайын республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән әңгәмә ойоштора, аң - зиһендәрен арттыра.
Ошо көндәрҙә 10 - 11- се класс уҡыусылары драматург, прозаик Таңсулпан Ғарипова менән осрашыуға йыйылды. Тәүҙә Таңсулпан Ғарипованың "Һабаҡ" әҫәренән өҙөк күрһәтелде. Гимназияла инде тиҫтәләгән йылдар эшләп килгән " Таңсулпан" драма түңәрәге 
ағзалары уны бик оҫта һәм еренә еткереп башҡарҙы. Өләсәй һәм ейән образдарын башҡарыусы 11 - се класс уҡыусыһы Лидиә Динмөхәмәтова һәм 8 - се кластан Таһир Зәрифуллинға автор бүләккә китаптар ҙа тапшырҙы.
Осрашыу бик ҡыҙыҡлы булды. Гимназистар бик күп мәғлүмәт алды, һорауҙар бирҙе. Ә гимназиябыҙҙың йөҙөк ҡашы булған "Аҡйондоҙ" бейеү һәм «Гәлсәр” вокал ансамбленең сығыштары был сараға тағы ла йәм өҫтәне.Таңсулпан апай уҡыусыларға бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫҡа һәм маҡсатыбыҙға табан атларға әйҙәне. 
Башҡортостаныбыҙҙың талантлы ҡыҙы Таңсулпан Ғариповаға ваҡыт бүлеп, осрашыуға килгәне өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

IMG 8873IMG 8877IMG 8879IMG 8883