тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

с тел.декабрь 2017 193«Һәр нәмәлә шиғыр ята,

Әгәр күрә, тоя белһәң,

Тойғаныңды йөрәгеңдә

Шиғыр итеп ҡоя белһәң» - тип башланды 14 декабрҙә гимназиябыҙҙа үткән Төрки халыҡтар шиғриәте кисәһе. Уны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова асты. Ул был сараның 12-се Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә үтеүен, бөйөк сәсән ижадының йәш быуында әҙәплелек, сабырлыҡ һәм эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙә бөгөн дә актуаллелеген юғалтмауын әйтеп үтте. Кисәлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевтың, шағирә, беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ Зөлфиә Ханнанованың, йәш шағир Руслан Сөләймәновтың ҡатнашыуҙары уның мәртәбәһен тағы ла күтәрҙе. БДПУ, Әхмәт Дәүләтов исемендәге Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжының студенттары башҡарыуында, беҙҙең һәм Республика инженер лицей интернаты уҡыусыларының төрлө төрки телдәрендә ялҡынлы шиғырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәр рухты күтәрҙе, моңло йырҙар йәшәүгә дәрт өҫтәне. Был хис-тойғоларҙан, көй-моңдарҙан торған саралағы һәр сығыш көслө алҡышлауҙарға күмелде.

с тел.декабрь 2017 146с тел.декабрь 2017 149с тел.декабрь 2017 176