тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

BTMKaPfgvu413 декабрь «Аҫылташ» республика дебат уйындары үтте. Барлығы был уйындарҙа 19 райондан 286 кеше ҡатнашты. Беҙҙең гимназия уҡыусылары ла был саранан ситтә ҡалманы. «Көслө тамыр» һәм  «Башҡортостан киләсәге» тип аталған командаларҙа 11-се класс уҡыусылары Атанғолов Ғәйнислам, Нәсибуллин Айҙар, Билалов Рәсүл һәм Миңлеғолов Урал ҡатнашты.

Командалар ҡатнаш никах, етәксе вазифаларҙа ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һөнәр һайлау дәрестәре һәм башҡа темалар буйынса фекер алышты. Башҡорт телендә сығыш яһау төп талап ине.

Уйын һөҙөмтәләре буйынса «Көслө тамыр» командаһы егеттәре еңеүсе, тип билдәләнде. Уларға грамоталарҙан башҡа кубок һәм ҡиммәтле бүләктәр бирелде. «Башҡортостан киләсәге» командаһынан Билалов Рәсүл уйындың «Иң яҡшы спикеры» тип билдәләнде. Уға шулай уҡ, грамота, кубок һәм бүлктәр бирелде.

Егеттәрҙе ысын күңелдән тағы бер тапҡыр ҡотлайбыҙ!!!  Иң бөйөк еңеүҙәрегеҙ алда әле! Афарин!!

 aHgHKZhbIJQRepigTiE LI