тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

гала концерт 2«Шоу – танцы» проектының гала – концерты!

Бөтә гимназия уҡыусыларының күңеленә ятҡан «Шоу – танцы» проекты аҙағына ла яҡынлашты.Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙе бер ҙур  тамашаға әүереде.

Финалға үтеүсе ҡыҙҙар – малайҙар бер аҙна эсендә бейеү түңәрәге етәксеһе Нурмөхәмәтов Әнфәр Әсхәт улы етәкселегендә яңы бейеүҙәр өйрәнде. Халыҡ бейеүҙәре командаһына гимназиябыҙҙың сығарылыш класы уҡыусыһы Тусалина Азалия яуап бирһә, ә замана бейеүҙәренә Мирас фольклор йыр һәм бейеү ансамбле етәксеһе Карасов Айгиз дәртле бейеүҙәр өйрәтте.

Конкурс булғас, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу буйынса:

 8 “Д”, 11 “В”, 10 “Д”  3-сө,

8 В, 9 “В” 2-се,

 ә 9 “Е” кластары 1-се урынға лайыҡ булды.

Ә инде замана бейеүҙәренә килгәндә, һөҙәмтәләр ошолай:

 9 А, 10 В, 8 Г, 9 Г – 3-сө,

11 А, 8 А – 2-се,

10 Е, 11 Д – 1-се урынға лайыҡ булды.

        “Иң оҫта халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы” исеменә 9- сы  Б класы уҡыусыһы Кинйәғолова Сәлимә һәм 11 Д класынан Ғөбәйҙуллин Айсыуаҡ лайыҡ булды.Сәхнәлә уларға етеүсе юҡ ине, сөнки бар күңелдәрен һалып, сәхнәне үҙҙәренең бейеүҙәре менән дер һелкеттеләр. Ә кем “Иң оҫта замана бейеүен башҡараусы” исеменә лайыҡ булды тиһегеҙме ? Әлбиттә, 11 – се Б класы уҡыусылары Аҡйегетова Земфира ,Миңлеғолов Урал һәм 7-се Г класы уҡыусыһы Ситдикова Ләйсән!

       Был проект   гимназиябыҙҙа беренсе йыл ғына  булдырылды. Алдағы йылдарҙа ла  уҡыусылар һынатмаҫ, яңынан – яңы исемдәр балҡып сығыр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ә ойоштороусыларға һәм жюри рәйестәренә ысын күңелдән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Эшләгән эштәрегеҙ үҙегеҙгә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын! 

 

гала концерт 1гала концерт 3гала концерт 4гала концерт 5