тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

9 декабря9 декабрь Шаяндар һәм отҡорҙар клубының Башҡорт асыҡ лигаһының 4/1 уйынында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының «Беренсе формат» командаһы ла ҡатнашты. Бөтә республиканан 13 команда сығыш яһаны. Командалар бик яҡшы әҙерләнгән ине. Жюри ағзалары бик етди баһаланылар. Бишенсе миҙгелдең финалына иң шаян һәм отҡор командалар ғына үтте. «Беренсе формат» командаһы тәүге йыл ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан бик матур итеп сығыш яһанылар. Уларҙы дәртләндереп ултырыусы тамашасы-гимназистарыбыҙ тағы ла уларға дәрт өҫтәп ебәрҙеләр. Команда уйында ҡатнашҡаны өсөн диплом алды һәм «Ели-пели» ресторанынан 2 пицца алыу өсөн сертификат менән бүләкләнделәр. Команданы әҙерләп, уларҙы ҡарап йөрөүсе 11 б класынан Зарипов Эмилгә ҙур рәхмәт! Киләсәктә улар тағы ла ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшер тип өмөт итәбеҙ!

9 декабря 19 декабря 3