тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Тәрбиәселәрҙең методик берекмәһендә оҫталыҡ дәрестәре

войлок 2Яңы белем биреү стандарттарына күсеү шарттарында тәрбиә эштәре бөгөнгө көндә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ошо йәһәттән 9 декабрь көнө гимназия тәрбиәселәрең методик берекмәһе сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Абилова Ләйлә Салауат кыҙы яңы килгән балалар менән коллектив туплау тәжрибәһе менән уртаҡлашһа, Туйсина Вәсилә Әхәт ҡыҙы балаларға экологик тәрбиә биреүҙең әһәмиәте тураһында һөйләне. ФДББ стандарттары шарттарында балаларҙың ижади уҫеше һорауҙарын Мозафарова Гөлназ Салауат ҡызы  ҡараны һәм Ишморатова Фәймә Гибәт ҡызы менән берлектә фелтинг (кейеҙ эшкәртеү) буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
          Киләсәктә ФДББ стандарттарын тормошҡа ашырыу маҡсаты менән гимназиябыҙ тәрбиәселәре алған белемдәрен үҙ эштәрендә ҡулланып, илебеҙгә төрлө яҡлап үҫешкән гимназистар тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерерҙәр тип ышанабыҙ.

 

войлок 1войлок 3войлок 4