тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

шоу танцы 4Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт Республика гимназия - интернатында яңы проект үҙ эшен башлап ебәрҙе.

"Шоу - бейеү" тип атала ул. Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, был проектты гимназияла бойомға ашырыу теләге зәңгәр экрандарҙа барған "Танцы на ТНТ" тапшырыуынан һуң барлыҡҡа килгән.

7 - 11 класс уҡыусылары араһынан барлығы 29 сығыш ҡуйылды. Бейеүҙәрҙең ниндәйе генә юҡ ине! Заманса, вальс, башҡорт халыҡ бейеүҙәре һ.б. Уҡыусылар сығыштарын бик матур итеп, еренә еткереп башҡарҙы.

Жюри иһә ике командаға бүленде. Беренсе команда халыҡ бейеүҙәрен баһалап, үҙенә команда тупланы,ә инде икенсеһендә -  заманса бейеүҙәр. Иң - иңдәрҙе баһалыу еңелдән булмағандыр, сөнки һәр береһе еңеүгә лайыҡ ине. Шулай итеп, барлығы 50 кеше финалға үтте. Тиҙҙән улар тағы ла һынау тотасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйбеҙ! Ә кем гимназияның "Иң оҫта бейеүсе" һе исеменә лайыҡ булыр икән? Уныһын гала-концертта белербеҙ!

шоу танцы 3шоу танцы 2шоу танцы 1шоу танцы 2шоу танцы 3шоу танцы 4шоу танцы 5