тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

МАТУР 5МАТУР ЙӘШӘЙ БЕЛЕҮ – БАТЫРЛЫҠ

Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә,
Һутың булһа сәскә шытырлыҡ,
Йөрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр –
Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ! –


тип башланып китте З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙғарылған сара.
22 ноябрь көнө гимназиябыҙҙың 8г класы уҡыусылары етәкселәре Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы, тәрбиәселәре Кинйәкәева Рәзилә Тәлғәт ҡыҙы менән танылған шағирә, драматург Лилиә Һаҡмарҙың (Лилиә Ҡәйепованың ) "МАТУР ЙӘШӘЙ БЕЛЕҮ – БАТЫРЛЫҠ" тигән шиғри йыйынтығының исем туйында булдылар, яңы ғына мейестән сыҡҡан китаптың тәмен татынылар. Бай йөкмәткеле сарала билдәле шағирҙар,журналистар, композиторҙар ҡатнашты, залда шағирәнең шиғырҙары, шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Лилиә Һаҡмарҙың әҫәрҙәрен яттан тасуири һөйләне. Тыуған ил, йәшәү мәғәнәһе, мөхәббәт тураһындағы үҫмерҙәр өсөн яҙылған был китап береһен дә битараф ҡалдырманы, тәрбиәүи йәһәттән файҙалы икәненә инанды. "Ҡыйын булған ваҡыттарҙа оптимистик рухтағы шиғырҙар уҡығыҙ. Шиғри күңелдә яуызлыҡ булмай.

 Еңел түгел,беләм, һин еңеп сыҡ,
Еңелеүҙәр булыр татырлы...
Батырлыҡты ҡайҙан алам,тимә,
Матур йәшәй белеү - батырлыҡ. " - тип Лилиә Һаҡмар уҡыусыларға кәңәштәрен еткерҙе. Йырлы күңелле шағирә китабының исем туйы һәр уҡыусы күңеленә хуш килде.
Матур кисәнән рухланып, бер сыҡҡанда тип, быйыл килгән уҡыусылар  Өфө ҡалаһы  менән танышыу маҡсатында М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына экскурсияға барҙы. Унда улар Башҡортостандың беренсе халыҡ шағирының  тормошо һәм ижады менән таныштылар. Балалар шулай уҡ музейҙа ойошторолған "Ҡурсаҡтар шундай төрлө" тигән ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар күргәҙмәһен ҡарап ҡына ҡалманылар, ә башҡорт ҡурсаҡтарын эшләп тә ҡаранылар. Етеп килгән Әсәйҙәр көнөнә ҡәҙерле кешеләренә бүләк тә эшләп һөйөндөләр. Тормош - үҙе матурлыҡ икәнен күрһәтеп, ошо сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡан З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты  өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Буранғоловаға, БР-ҙың Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре  Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләковаларға ҙур рәхмәт.


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙы 

 

МАТУР 1МАТУР 2МАТУР 3МАТУР 4МАТУР 6МАТУР 7МАТУР 8МАТУР 9МАТУР 10МАТУР 11МАТУР 12