тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

857px Мустаи Карим28 октябрь көнө гимназияның тамашасылар залында арҙаҡлы шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына  98 йыл  тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Шағир мәктәп-интернаттың коллективы менән элек-электән тығыҙ бәйләнештә булды. М.Кәрим исемендәге музей-кабинеттың булыуы ошо турала һөйләй. Сәхнәнән шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған, олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡыған шиғырҙары яңғыраны. Мәҫәлән, «Ярҙар ҡала», «Сәсән», «Бөтәһе лә йәнле бында», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Өс мөғжизә», «О мөхәббәт», «Ләйсән», «Уңдым», «Һауалағы бөркөт һымаҡ…» Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, «Ҡайын япрағы» шиғырҙарын уҡыусылар айырыуса оҫта башҡарҙы. Әлбиттә, хәтер кисәһен «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Аҡйондоҙ тураһындағы монолог, «Таңсулпан» драма түңәрәге әҙерләгән мөхәббәт сәхнәһе тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. М. Кәримдең һүҙҙәренә яҙылған, әллә нисә быуын яратып йырлаған легендар «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырҙарын  үҫеп килгән йәш быуын да бик йылы ҡабул итте.

Гимназиябыҙ директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы уҡыусыларға М. Кәрим шәхесен һәм ижадын һәр уҡыусы уҡырға, белергә, өйрәнергә бурыслы тигән фекер еткерһә, кисәнең хөрмәтле ҡунағы, СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С. Юлаев исемендәге, Рәми Ғарипов  премиялары лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова, шағирҙың әҫәрҙәрен һөйләп, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Хәтер кисәһен башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова әҙерләне.  Администрация етәкселеге ҡатнашҡан уҡыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтен еткерә.

IMG 20171027 181309IMG 20171027 181513