тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

квн«Беренсе формат» беренсе!

        18 октябрь Учалы ҡалаһында Башҡорт Юниор Лигаһының  2017-2018 миҙгеленең Урал аръяғы  төбәк фестивале уҙҙы. Беҙҙең гимназиябыҙҙың «Беренсе формат» командаһы ла был бәйгелә көс һынаны.Барлығы 8 команда отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта үҙ – ара ярышты.

       Уҡыусыларыбыҙ  был юлы  ла һынатманы, 1 – се урынға лайыҡ булды.Шулай уҡ, «Беренсе формат»  командаһы халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, башҡорт телендәге шаяндар һәм отҡорҙар клубын популляштырыуға ҙур өлөш индергән өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән  Диплом менән бүләкләнде. Ә Урал аръяғы төбәк фестивалендә «Иң яҡшы ир – егет роле»  номинацияһында Нур Собханғолов еңеү яуланы.

     Еңеүсе командаға «Мегаполис» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан боулинг уйынына сертификат һәм Марат Кәримовтан иҫтәлеккә китаптар тапшырылды.

        Уҡыусыларға артабан да уңыштар һәм яңынан – яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

квн2квн3квн4квн5квн 1