тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

35688596Республика көнө менән!

11 октябрь календарь биттәрендә юҡҡа ғына ҡыҙыл төҫ менән билдәләнмәгән, сөнки был көн Башҡортостаныбыҙ өсөн күркәм байрамдарыҙың береһе – Республика көнө.

Ошо байрам айҡанлы, гимназиябыҙҙың 7 – 11 класс уҡыусылары өсөн тантаналы линейка үткәрелде. Ҡотлау һүҙе менән гимназия  директоры Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы һәм Лидер советының Президенты Зәйнетдинов.

Азамат сығыш яһаны.Ә инде тарих уҡытыусыһы - Әминә Әнүәр ҡыҙы Бәймөхәмәтова был байрамдың тарихы, мәғәнәһе тураһында уҡыусыларға бик йөкмәткеле итеп аңлатма бирҙе.

Уҡыусылар Башҡортостан флагы, символдары тураһында тасуири шиғырҙар  һөйләне, йырҙар йырланы. Линейка тантаналы гимн менән тамамланды.

Барыһын да ошо изге байрам менән ҡотлайбыҙ. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, илебеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын! Киләсәгебеҙ беҙҙең ҡулдарҙа икәнен бер ваҡытта ла онотмайыҡ.

IMG 5586IMG 5601IMG 5591IMG 5597