тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Уҡытыусылар көнө!

Уҡытыусы! Ниндәй яғымлы, матур һүҙ удень учителя1л!Әгәр ҙә мин скульптор булһам, донъялағы һәр бер уҡытыусыға һәйкәл ҡуйыр инем, сөнки был һөнәр бик күп түҙемлек, сабырлыҡ талап итә.

5 октябрь көнө  уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн бик матур байрам ойошторҙоҡ.

Сараны гимназиябыҙҙың директоры Фазлетдинова Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы асып ебәрҙе һәм уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә еңел булмаған һөнәрҙәрендә уңыштар, тырыш уҡыусылар һәм барлыҡ изге теләктәрен еткерҙе.

Уҡыусыларҙың тасуири  итеп шиғыр һөйләүҙәре, моңло йырҙары, гимназиябыҙҙың йөҙөк ҡашы булған “Аҡйондоҙ” ансамбленең сығыштары береһен дә битараф ҡалдырманы.

Байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, тәрбиәселәр Хәйруллина Ғәйшә Хәбибназар ҡыҙының Рәсәй Федерацияһының Почетлы грамотаһы менән бүләкләнеүе, Шафиҡова Фәүзиә Манъюл ҡыҙының «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" знагына, ә уҡытыусылар Тотманова Сәкина Хөрмәт ҡыҙының һәм Тимербулатова Римма Мирсәйет ҡыҙының РФ Президенты грантына лайыҡ булыуҙары тағы ла ҡыуандырҙы.

Барлыҡ уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе ысын күңелдән байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай ныҡлы  һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуҙарын теләйбеҙ!

день учителя2     день учителя3