тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 20170615 WA0005Лагерҙа ял итеүсе ҡыҙҙар – малайҙарҙың көндәре һиҙелмәйсә генә үтеп бара. Уларҙың буш ултырырға ваҡыттары ла юҡ, сөнки бында һәр минут ҡәҙерле. Программаға ғына күҙ һалһаң,ниндәй генә саралар юҡ! Ялдары файҙалы һәм иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған.

Режим буйынса,көндәре иртәнге күнекмәләрҙән башланып китте, сөнки саф һауала йөрөү һаулыҡҡа файҙа килтерә, тәнде нығыта. Ә инде көндөң темаһы «Тарих эҙҙәре буйлап» тип аталды. Уҡыусыларға  тарих буйынса уйындар ойошторолдо  ,улар үҙҙәренең белем кимәлдәрен тикшереп, викториналарҙа ҡатнашты.

Көн дауамында лагерҙа ял итеүселәр Өфө дәүләт нефть техник университетына барҙы. Унда улар 3D принтерҙар, һүрәттәр буйынса лекциялар тыңланы, үҙҙәре төрлө фигуралар яһап ҡараны, уйындарҙа ҡатнашты һәм технопарк буйлап экскурсияла йөрөнө. Ботаника баҡсаһында ла шулай уҡ  бик ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо ,улар  үҫентеләр тураһында мәғлүмәт алды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Тәьҫораттарын әйтеп бөтөрөрлөк түгел ине!!!

IMG 2774

Төшкө аштан һуң бокс буйынса оҫталык дәрестәре, психолог менән тренингтар үткәрелде. Һәр бер отряд спорт залында ГТО нормативтары тапшырҙы. Ә кисен бик күңелле дискотека булды! Уҡыусылар рәхәтләнеп бейене һәм күңел асты!

Бына шулай сараларға бай ул лагерҙа ял итеүсе уҡыусыларҙың көндәре! Бында үткән һәр бер мәл күңелдәрендә матур хәтирә булып оҙаҡ йылдар һаҡланырына шигебеҙ юҡ.

 

 

 

 

 

 

IMG 2668IMG 2653

IMG 2662IMG 2663

IMG 2698IMG 2733

IMG 20170615 WA0071 IMG 20170615 WA0072

IMG 20170615 WA0074 IMG 20170615 WA0075

IMG 2784 IMG 2787