тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 2298Шаршамбы көнө лагерҙа ял итеүселәргә күңелле башланып китте. Көндөң темаһы «Математика мөғжизәләре» тип аталды.

Тәүҙә уҡыусылар саф һауала һаулыҡтарын нығытыр өсөн күнекмәләр яһаны, уйындар уйнаны. Ә һуңынан гимназия уҡытыусылары физика, математика, химия фәндәре буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтте, уҡыусылар менән бергә тәжрибәләр үткәрҙе һәм ҡыҙыҡлы мәсьәләләр систе. Шулай уҡ М. Аҡмулла исемендәге БДПУ – нан студенттар килеп, уҡыусыларҙы робототехника менән таныштырҙы һәм  3D форматында һүрәт төшөрөргә мөмкинселек бирҙе.

Ә 7, 8  отрядтар Өфөнөң тарихи урындары буйлап экскурсияла йөрөнө, баш ҡалабыҙ менән яҡындан танышты. Һуңынан барыһы ла «Мин – беренсе!» тип аталған квест үтте.

Кисен ҡумыҙҙа оҫта уйнауы менән бар донъяны хайран иткән Башҡортостаныбыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хәҙмәткәре, Зәйнетдинов Миңлеғафур  Миндеәхмәт улы килде. Ул улы Азамат менән бик матур концерт күрһәтте. Халҡыбыҙҙың милли ҡоралдары менән яҡындан таныштырҙы, төрлө – төрлө ҡумыҙҙарҙа  уйнап күрһәтте.

Уҡыусылар ҙа тик ултырманы, сығып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттте, һорауҙар бирҙе. Ә һуңынан уҡыусыларҙан торған бәләкәй генә ансамбль төҙөп, бик матур концерт номерын күрһәттеләр һәм иҫтәлеккә фото төштөләр.

Бөгөнгө көн сараларға бай булыуы менән айырылып торҙо. Республикабыҙҙың төрлө  райондарынан килгән балалар бында ял итеп кенә ҡалмай, ә үҙҙәрен бар яҡтан да үҫтерә, үҙ аллы булырға өйрәнә.

Алдағы көндәрҙә лә уҡыусыларҙы матур осрашыуҙар һәм сараларға бай көндәр көтә! Барыһына ла уңыштар һәм шәп кәйеф теләргә генә ҡала

IMG 2344.IMG 2350

IMG 2362 IMG 2398

IMG 2452 IMG 2481

IMG 2537 IMG 2576

IMG 2592