тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

kitap 218 май көнө гимназиябыҙҙа беҙҙең сығарылыш уҡыусыһы, авиация полковнигы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты булған Зөбәйер Сабир улы Иҫәнғоловтың «Минең тормошом, минең мөхәббәтем» китабының исем туйы үтте.

Сараға Зөбәйер Сабир улының һеңлеһе, шулай уҡ гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Сабир ҡыҙы, улы Салауат, гимназист дуҫтары Исхаҡов Фәнис Ғәйнетдин улы һәм Альбина Хәжим ҡыҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Аҙнағолов Юнир Ғәлимйән улы килеүҙәре мәртәбә өҫтәне.

Сараны йәмләп, беҙҙең “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле, 11 класс уҡыусылары Фәдис Асҡаров һәм Тусалина Азалия, 9д класы уҡыусылары сағыу номерҙарын күрһәтте.

Беҙҙең гимназия уҡыусылары күңелендә арҙаҡлы кешеләр менән танышыу көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы. Балалар ҡунаҡтарыбыҙға һорауҙарын биреп, автографтар алдылар.

 

Беҙ, Зөбәйер Сабир улына, Гөлсөс Сабир ҡыҙына һәм барлыҡ килгән ҡунаҡтарға иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

kitap 3 kitap 1