тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 01959 май көнө беҙҙең гимназияла тантаналы линейканан башланды. Линейка ысын парадтағы кеүек байраҡ индереүҙән башланды. 10-сы класс егеттәренән торған 3 взвод гимназияны сәләмләп, марш менән үтте. Директорыбыҙ Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы оло тантана, ҙур шатлыҡ – Бөйөк Еңеүҙең 72-се яҙы менән ҡотланы, йылдан-йыл был байрамдың ҡәҙере кәмемәй, киреһенсә арта ғына бара, тине ул.

Байрамға шулай уҡ полковник, Советтар Союзы геройы Кужаков Морат Ғәлләм улының ейәне Бердин Радик Рәшит улы килде.

Директор урынбаҫары, гимназиябыҙҙың «Үлемһеҙ полк» акцияһы координаторы Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы ла балаларҙы байрам менән ҡотланы: «Былтыр беҙҙең гимназиянан «Үлемһеҙ полк» акцияһында 170 кеше ҡатнашты, быйыл был һан 400гә яҡын. Шуныһы ҡыуаныслы, уҡыусыларыбыҙҙың атай-олатайҙарынан башҡа, быйыл беҙҙең гимназия ветерандары ла был акцияла ҡатнашасаҡ».

Линейканан һуң барыһы ла «һалдат бутҡаһын» ашап ҡараны. Артабан «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашҡан уҡыусылар оҙатылды.

 

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!

Бөйөк Еңеү байрамы менән!!!

ФОТООТЧЕТ