тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

kuresh28-30 апрелдә гимназиябыҙҙа Башҡортостан республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 85 йәшлек юбилейына арналған Көрәш буйынса Республика асыҡ турниры үтте.

Ярыштың маҡсаты уҡыусылар араһында көрәште үҫтереү, көслө көрәшселәрҙе билдәләү.

45-тән 90-гә тиклем ауырлыҡ категорияһында 60тан ашыу көрәшсе ҡатнашты. Йәштәрҙе турнир асылыуы менән гимназия директоры Ләсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фәзлетдинова, Башҡортостан Республикаһының адвокаттар палатаһы президенты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Булат Ғүмәр улы Йомадилов, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығындағы бүлек мөдире Марсел Йәлил улы Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Ғилманов Марат Әнис улы тәбрикләне.

 Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, һәр көрәшсе килгән ҡунаҡтарға онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.

Һөҙөмтәләргә килгәндә, Зарипов Азамат, Сәғитов Шамил, Аюпов Линар, Бикамов Инсур, Хажимуратов Вилдан, Аксаров Илдан, Дәүләтбирҙин Иҙел 1урын.

Ибраһимов Искәндәр, Кәримов Айҙар, Ғимранов Даниил 2 урын, Яғафаров Ғаян 3 урын яуланы.

Беҙҙең егеттәр шулай уҡ команда менән беренселек алды!!

Егеттәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан ҙа уңыштар теләйбеҙ!!!

ФОТООТЧЕТ