тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

robo 1Бушҡа ғына әйтмәйҙәр: "21 быуат-технология заманы",-тип. Ысынлап та, хәҙерге ваҡытта робототехника тармағы ныҡ үҫешә һәм купселек эште робот үҙе генә башҡара ала.

Хыялдарҙы тормошҡа ашырыр һәм күп һөнәрҙәрҙе еңеләйтеү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында I асыҡ республика робототехника фестивәле ойошторолдо. Унда балалар "ижади проект" тигән конкурста ҡатнаша алдылар. Бында уларҙың төп маҡсаты: төрлө йүнәлештә роботтар ярҙамында проектты үҙенсәлекле итеп эшләргә һәм жюри алдында яҡларға.

Гимназиябыҙ был сарананда ситтә тороп ҡалманы. 9 класс уҡыусылары Ғәликәев Әмир Нәил улы етәкселегендә Стәрлетамаҡҡа юл тоттолар.

Барып ингәстә көслө ярышыу һиҙелеп торҙо. Төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан, ауылдарҙан үҙҙәренең көстәрен һынарға килгән балалар күп ине", - тине Йәнгүзәл.

"Ләкин беҙ конкуренция ныҡ тип ҡаушаманыҡ,үҙҙебеҙҙең проектты бик яҡшы яҡлап тапшырҙыҡ. Ә миңә үҙемә "Полотёр " тигән проект оҡшаны. Мәҫәлән, гимназия ла шундай робот булһа, иҙән йыйыусы апайҙарыбыҙға еңелерәк булыр ине."

Артабанда беҙ гимназияны технология яғынан үҫтерергә һәм төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алырға һүҙ бирәбеҙ.