тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 20170403 WA00032016-2017 уҡыу йылында уҡыусыларҙың республика олимпиадаһы хәрәкәте башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы (“Тормош һабаҡтары”) предметы буйынса һынау менән тамамланды. Йылдағыса, беҙҙең гимназия уҡыусылары бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттеләр. Ҡала олимпиадаһында 9ж класы уҡыусыһы Шәйәхмәтова Айзидә еңеүсе, 8в класынан Юнысова Лиана һәм 7а класынан Дәминдәров Рамазан призер булғайнылар. Республика этабында 8-9 –сы кластар ғына ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Өс этаптан торған ауыр һәм ҡатмарлы һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Шәйәхмәтова Айзидә һәм Юнысова Лиана олимпиаданың призеры исеменә һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе һәм республика олимпиадаһында йыл да юғары һөҙөмтәләр күрһәтерлек уҡыусылар әҙерләгән башҡорт мәҙәниәте уҡытыусыһы Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратованы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афарин!

 

 

 

 

 

 

 

IMG 20170403 WA0001 IMG 20170403 WA0002