тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

vecher pamyati 311 апрелдә гимназия-интернаттың тамаша залында Халыҡ-ара фашист концлагерҙарының тотҡондарын азат итеү көнө билдәләп үтелде. 72 йыл элек Германиялағы Бухенвальд концлагерында әсирҙәр немецтарға ҡаршы күтәрелеп, уларҙы еңеп сыҡҡандар. Кисәнең ойоштороусыһы һәм алып барыусыһы – гимназия-интернаттың тарих уҡытыусыһы Шәрәфетдинова Резеда Сәлих ҡыҙы. Уның ҡартатаһы – Халиков Хәкимйән Имелбай улы Германия, Франция, Польша концлагерҙарында булған. Яугирҙең яҡты иҫтәлегенә бағышлап уның туғандары китап баҫтырып сығарғандар.

Кисәлә 55 уҡыусы бала ҡатнашты. Шуларҙың бер нисәһе үҙҙәренең ҡартаталары тураһында сығыш яһанылар. Был хәтирәләрҙе тыңлағанда, экрандағы һүрәттәргә ҡарап, бер кеше лә битараф ҡалмағандыр. Ҡотосҡос күренештәр, фотолар, бәләкәй һәм оло тотҡондарҙың аяныс яҙмышы йөрәктәрҙе тетрәндерҙе. Бындай көндәр башҡа ҡабатланмаһын ине!

7в класы уҡыусыһы Нафиҡов Билал “Минең олатайым” тип исемләнгән иншаһын уҡыны. Фашист концлагерҙарында һәләк булғандарҙы иҫкә төшөрөп бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

vecher pamyati 1 vecher pamyati 2