тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

skvor 4Бына һағынып көткән яҙ килде. Көндәр оҙайып, йылына башланы. Ҡоштарҙың да йылы яҡтарҙан ҡайтырға ваҡыты етте. Гимназиябыҙҙа «Алтын ҡулдар» түңәрәгендә шөғөлләнеүсе егеттәр, етәкселәре - Айрат Шәкирйән улы Салахов менән «Ҡоштарға оя ҡороу» акцияһын үткәрҙе.

Был сара «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» йылына арналды. Уҡыусылар үҙҙәре яһаған сыйырсыҡ ояларын гимназиябыҙҙы уратып алған ағастарға элде. Сыйырсыҡ ояларын элеү эше бик еңелдән түгел.

Хәҙер инде, ҡоштарҙың йылы яҡтан килеүен һәм ояларҙа йәшәй башлауын көтөп алырға ғына ҡалды.

 

 

 

 

skvor 1 skvor 2 skvor 3