тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

akmul 12016 йылдың 21 декабрендә беҙҙең гимназияла шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға һәм башҡорт теле көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә булып үтте. Байрам тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, билдәле шағирә Йомабикә Ильясова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе ярҙамсыһы Зәлифә Ситдиҡова ҡатнашты. Сараны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратова, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова, “Таңсулпан” балалар театры етәксеһе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева, ҡурайсылар түңәрәге етәксеһе Вәсил Рәшит улы Баймырҙин, 7б класы тәрбиәсеһе Рәзинә Кәрим ҡыҙы Иҙрисова, “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле етәксеһе Әнүәр Шафиков, әлеге көндә гимназияла практика үтеп йөрөгән Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Лилиә Фаил ҡыҙы Шәймөхәмәтова ойошторҙо. Ҡурайсылар ансамбле башҡарған “Урал” йыры, гимназия уҡыусыларының Мифтахетдин Аҡмулла, Баязит Бикбай, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов, Әнүр Вахитов, Рәшит Шәкүр, Ғәлим Дәүләди, Рәмзилә Хисаметдинова, Фәүзиә Юлдашбаева, Рәсимә Ураҡсина, Йомабикә Ильясованың шиғырҙарын һөйләүе, Мифтахетдин Аҡмулла әҫәрҙәрен инглиз һәм төрөк телдәрендә уҡыуҙары, “Таңсулпан” балалар театры түңәрәгенә йөрөүселәр башҡарыуында Наил Ғәйетбаевтың “Аҡмулланың аҡ көндәре” пьесаһынан өҙөгө, 7б класы уҡыусылары әҙерләгән “Башҡортостан” флешмобы, “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең данлыҡлы “Зарифа” бейеүе, 7а класы уҡыусыһы Айҙар Исхаҡов һәм 8г класы уҡыусыһы Нур Собханғолов башҡарған дәртле йырҙары һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рәсимә Миңнеәхмәт ҡыҙы Алламоратоваға, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысоваға, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Оксана Нурғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәноваға һәм гимназия директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы Вахитоваға сараны юғары кимәлдә әҙерләп үткәргәндәре өсөн оло рәхмәт белдерҙе.

akmul 3 akmul 6 akmul 8 akmul 11 akmul 12 akmul 16 akmul 17 akmul 18