тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

kvn 4КВН уйындары бөгөнгө көндә үҙе бер матур йолаға әүерелде. Ҡыҙыҡлы көләмәстәр, пародиялар үҙе генә ни тора һуң? Әлбиттә, бындай көлкөлө тамаша береһен дә битараф ҡалдырмай. Гимназиябыҙҙа 14 декабрь көнө шаулап-гөрләп КВН уйындары уҙҙы. Ике темаға арналды ул: беҙ тарихты яңынан яҙабыҙ һәм беренсе мөхәбәт. Был юмор бәйгеһендә 7-10 кластар араһынан командалар үҙ-ара көс һынашты. Тик финалға иң-иңдәре генә сыҡты һәм атамалары ла квнсыларҙың тапҡырлығын иҫбат итте. 10а класы уҡыусыларының "Алтын", 9г - "This is G ", 7б "Алтындар" һәм уҡытыусыларҙың “Мөхәббәт тарихсылары" командалары тапҡырлыҡта, шаянлыҡта алдынғылыҡты бирмәҫкә тырыштылар. Әлбиттә, һәр команда бик етди итеп әҙерләнгән ине, сөнки һәр бер сығыш шат тауыштар, ҡул сабыуҙар менән күмелеп барҙы. Тамашасылар ҙа тик ултырманы, матур плакаттар, дәррәү алҡыштар менән командаларҙы дәртләндереп, уларға көс-дәрт өҫтәне. Жюри ағзаларына ла еңеүсене һайлау еңелдән тура килмәне, командаларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине. Тик бәйге булғас, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, "Иң яҡшы ир-егет " һәм "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ" ролен башҡарыусы номинацияһында Нур Собханғолов һәм тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Мөхәмәтйәнова Оксана Нурғәли ҡыҙы лайыҡ булды. 3-сө урынды "This is G", 2-се урынды "Алтындар" һәм уҡытыусыларҙың "Мөхәббәт тарихсылары" үҙ-ара бүлешһә, ә бына 1-се урын һәм еңеүсе исеменә "Алтын" командаһы лайыҡ булды!!! КВН уйынында ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Эйе, тап ошондай саралар йәштәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығыта, уларҙы берләштерә. Киләсәктә лә ошондай сараларҙың әһәмиәте артырына һәм дауам итеренә шик юҡ. Ә һәр ерҙә лә беренсе булған гимназистарға афарин тиергә генә ҡала!

Лидиә Динмөхәмәтова, 10з класы уҡыусыһы

kvn 1 kvn 2kvn 3