тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

sulpylar 3Республикабыҙҙа йыл һайын Сулпылар йыр-моң бәйгеһе уҙа. Унда райондарҙан тиҫтәләгән йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙҙар-малайҙар йыйылып, көстәрен һынай, тик финалға иң көслөләр генә үтә.

Быйылғы йылда уҙғарылған "Сулпылар"ҙа гимназиябыҙҙың 8г класы уҡыусыһы Нур Собханғолов та ҡатнашты.

Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Нур 3 турға үтте һәм 5 декабрь көнө баш ҡалабыҙҙа үткәрелгән Гала концертта ҡатнашты, Финалистарҙың көтөп алған байрамы бик матур һәм күңелле үтте. Башҡорт эстрадаһаның сағыу йондоҙҙарының сығыштары, күңелле дискотека - былар барыһыла ла финалистарға тик көс-дәрт көнә өҫтәне. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә мотлаҡ булырға тейеш.

Нур "Сулпылар - 2016" бәйгеһенең еңеүсеһе тип табылды һәм төп приз - Гран-Приға лайыҡ булды.

Ошо ҙур еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! Афарин!

 

sulpylar 5 sulpylar 1