тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

amanat 2Гимназиябыҙҙа рухлы, талантлы балалар белем ала. Белем усағыбыҙҙың исемен йөрөткән Рәми Ғарипов кеүек ижад итеүсе уҡыусыларҙың да булыуы - үҙе бер матур күренеш, ғорурлыҡ ул.

Тап 11 ноябрь көнө гимназиябыҙҙа "Аманат" балалар һәм үҫмерҙәр журналының мөхәррирҙәре 7б, 8б һәм 10з класы уҡыусылары менән осрашыу ойошторҙо .

Улар былай ғына түгел, ә еңеүселәрҙе тәбрикләү маҡсаты менән килгәйнеләр. Сөнки тап ошо көндө гимназиябыҙҙың 2 алдынғы уҡыусыһы Лидия Динмөхәмәтова менән Гөлназ Ишемғужинаға "Аманат " журналының "Йәш хәбәрсеһе" тигән маҡтаулы танытмалар тапшырылды.

Бынан тыш, Ғайсар Ҡансурин һәм был шәп ҡыҙҙар "Башҡортостан беҙҙән башлана" тигән шиғриәт бәйгеһендә лә һынатмай, еңеүсе исеменә лайыҡ булдылар. Лидия, шулай уҡ, Аманат журналының төркөмөндә үткәрелгән "Минең уҡытыусым " интернет конкурсында үҙенең йөкмәткеле эше менән еңеүсе тип билдәләнде.

- "Аманат" журналының танытмаһын алыу күптәнге хыялым ине. Теләгем тормошҡа ашты – ти ул, шатлығы менән бүлешеп.
Эйе, был уҡыусыларға ҡарап һоҡланырға ғына ҡала. Үҙҙәренә маҡсат ҡуйып, хыялдарына табан тура атлай улар. Киләсәктә лә яңы үрҙәр һәм барлыҡ теләктәренең тормошҡа ашыуҙарын теләйек!

 

amanat 1amanat 5amanat 6