тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

shashki 3Был көндәрҙә гимназиябыҙҙа Башҡортостан республикаһының мәктәп уҡыусылары араһындағы XIX Спартакиада зачетына үткәрелгән шашка буйынса финал уйындары үтә. Был ярышҡа бөтә республикабыҙҙан 300ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Сараны асыу тантанаһында беҙҙең гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, шашка буйынса халыҡ-ара гроссмейстер, юниорҙар һәм ир-егеттәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя, Европа, Рәсәй беренселектәренең чемпионы Шәйбәков Айнур ҙа ҡатнашты.

Шуны ла әйтеп үтке килә, октябрь аҙағында Төркиәлә халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионаты үтте. Унда беҙҙең гимназияның сығарылыш уҡыусылары Айгөл Иҙрисова һәм Айнур Шәйбәков ҡатнашып, еңеүгә өлгәштеләр.

Шулай итеп, беҙҙең гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусылары араһында 2 Халыҡ-ара гроссмейстер бар! Афарин, беренселәр!!!

shashki 1 shashki 2