тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

aralbay 36 октябрь көнө З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР-ҙың Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбайҙың 75 йыллыҡ юбилейына арналған кисә булды. Был сарала 9б класына халыҡ шағиры менән осрашыу бәхете тейҙе. Юбилярҙы ҡотларға бик күп шағирҙар, яҙыусылар, журналистар килгәндәр. Гөлфиә Юнысова, Мирас Иҙелбаев, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Ҡотлогилдина шағир менән бәйле хәтирәләрен һөйләп, уҡыусыларға Ҡәҙим Әбделғәлим улының кешелек сифаттары, ижады үҙенсәлектәре менән таныштырҙылар. "Шоңҡар" журналының өлкән мөхәррире Фәйез Харрасов Ҡәҙим Аралбайҙың тормошо һәм ижадына арналған "Башҡортостан - аҡ тирмәләр иле" тигән видеоконкурс һөҙөмтәләрен әйтте. Был исемлектә гимназиябыҙҙың 11Г класы уҡыусыһы Әлиә Батраева ла бар ине. Ул Әлиәгә һәм етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.М. Тимербулатоваға Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ шағирҙың шиғырҙарҙын тасуири һөйләп ишеттерҙеләр. Уларҙың сығышын бөтәһе лә оҡшатты. Йәнле аралашыуға ҡоролған сара ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Осрашыуҙы ойошторған Милли китапхананың әҙәбиәт һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғоловаға ҙур рәхмәт.

aralbay 2 aralbay 4

aralbay 1