тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

den uchitelya 25 октябрь Уҡытыусылар көнөнә бағышланған байрам сараһы үтте. Гимназия тормошон бер көнгә генә уҡыусыларҙың “Лидер” ойошмаһы  үҙ ҡулына алды. Түбән класс уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙың класын өлкән класс уҡыусылары уҡытты. Уҡытыусылар үҙҙәре мәктәптә уҡыған саҡтарына ҡайтып алдылар.

Байрамыбыҙ ҙур концерт менән дауам итте. Изге һөнәр эйәләрен район Мәғариф министры урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлеева, гимназиябыҙҙың директоры Люциә Тәлғәт ҡыҙы, беҙҙең ветераныбыҙ, 1991-1994 йылдарҙа гимназия директоры  Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов һәм гимназияның профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәйлә Абдрахман ҡыҙы Юнысова ҡотланы. Тантанала гимназияның алдынғы уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәренә абруйлы наградалар тапшырылды. «Лидер» ойошмаһы яратҡан уҡытыусыларына «Гимназия Оскары» тип аталған үҙенсәлекле бүләкләү церемонияһын ойоштороп, үҙ ҡулдары менән эшләнгән ҡурсаҡтар ҙа бүләк итте. Шулай итеп, номинациялар түбәндәгесә:

 “Ысын дуҫ” номинацияһы. Был номинация ҡәҙерле ҡунағыбыҙ – Венера Фәрит ҡыҙына бағышланды. Сөнки ул - гимназия тормошон яҡшы белә һәм беҙ уны үҙ дуҫыбыҙ, тип һанайбыҙ;

«Ауыр һәм яуаплы эш» - балалар был номинацияға  Люция Тәлғәт ҡыҙын  һәм уның ярҙамсыларын лайыҡ тип таптылар;

«Илһам тулыландырыусы» номинацияһы - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларында;

den uchitelya 4«Фәндәр батшаһы» - математика укытыусыларына бағышланды;

«Тарих ҡарауаны» - тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып барыусыларға бағышланды;

«Дарвин миссияһы» номинацияһы. Әлбиттә, был исемгә биология уҡытыусылары лайыҡ булды;

«Әсәм теле-сәсән теле» - башҡорт теле һәм әҙәбиәте укытыусыларында;

«Менделеевсылар». Был номинация химия уҡытыусыларына арналды;

«Киберсюрприз» номинацияһы - компьютер белгестәрендә;

«Күңел йылыһы» - был номинацияны балалар яратҡан тәрбиәселәренә бағышланы;

«Хеҙмәт төбө хазина». Был номинацияға хеҙмәт  һәм тормош именлеге нигеҙҙәре дәрестәре уҡытыусыларында;

«Алтын глобус» номинацияһы -  география уҡытыусыларында;

«Сит ил кешеләре» номинацияһы. Әлбиттә, инглиз теле уҡытыусылары еңде был номинацияла;

«Хәрәкәттә- бәрәкәт» - физкультура уҡытыусыларында.

«Сәнғәт ҡоло» - был номинация түңәрәк етәкселәренә бағышланды.

«Күңел табибы» - психологтарыбыҙҙа;

«Йондоҙҙар күҙәтеүсе» номинацияһында  физика уҡытыусылары еңде.

Байрам программаһына уҡыусылар  сығышы йәм өҫтәне.   Балалар уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәренә бик матур йыр-бейеүҙәр бүләк итте. Шулай матур итеп, гимназия стеналарында уҡытыусылар көнө уҙҙы.

Ҡәҙерле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр!!! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, рухи көс, сабырлыҡ, бөтмәҫ энергия, ауыр, ләкин мөһим эшегеҙҙә ижади уңыштар, оптимизм, яңы уҡыу йылында яңы үрҙәр теләйбеҙ. Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

den uchitelya 1 den uchitelya 3