тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

den pojilyh 2Бөгөн, 29 сентбярь көнө, гимназия-интернатыбыҙҙың тамаша залында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде.

Ҡотлау һүҙе менән директорыбыҙ Люциә Тәлғәт ҡыҙы һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Рәйлә Адрахман ҡыҙы Юнысова сығыш яһаны.

Байрам программаһына гимназия хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар сығышы йәм өҫтәне. Балалар лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән ветеранадарыбыҙға шиғыр, йыр-бейеүҙәр бүләк итте. «Аҡйондоҙ» бейеү ансамле (етәксеһе Әнүәр Шәфиҡов), шулай уҡ Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Вәсил Баймырҙин), Юнир Һағынбаев үҙ репертуарынан иң сағыу номерҙарын күрһәтте. Әғләм Юлгилдин башҡарыуында ҡурай моңо сараға айырым йәм өҫтәне. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙе тағы бер ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

den pojilyh 1 den pojilyh 3