тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

posvyashenie23 сентябрь көнө гимназияла традицияға әйләнгән "Гимназисҡа бағышлау" сараһы үтте.

Байрамды гимназия-интернат директоры Люциә Тәлғәт ҡыҙы башлап ебәрҙе. Ул гимназияға килгән яңы уҡыусыларҙы тәбрикләне.

Жюри ағзалары вазифаһында директор урынбаҫарҙары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйепова, Оксана Нурғәли ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Гөлнара Ғарифйән ҡыҙы Вәхитова, Азамат Закир улы Шәмсетдинов һәм беҙҙең ҡунағыбыҙ – М. Ғәфури исемендәге башҡорт драма театрының йәш актеры, 2010 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – Айҙар Шәмсетдинов ултырҙы.

Был кисәлә яңы килгән уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Гимназистар үҙҙәренең талантын башҡорт бейеүҙәре, йырҙар, шиғырҙар һәм көләмәстәр аша күрһәтте. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар һәм ҡунаҡҡа килгән ата-әсәләр яңы килгән гимназистарҙы алҡыштар менән дәррәү ҡаршы алды.

Сығыштарҙан һуң, барыһы лә ант биреп, гимназияның гимнына әйләнгән «Интернатым-пар ҡанатым» йырын башҡарҙылар.

Гимназияның президенты  Дәүләтбирҙин Иҙел яңы гимназистарға  иҫтәлекле  значоктар бүләк итте.

Шулай итеп, I урын 7в класына бирелде, II һәм III урынды 7б һәм 8е класстары бүлеште.

Яңы уҡыусылар  гимназист исемен лайыҡлы йөрөтөр, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итер, төрлө йүнәлештә белем алыр, кешеләргә изгелек, яҡшылыҡ ҡылып, ғәҙеллек яғында булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ!