тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 20371 июнь - Халыҡ- ара балаларҙы һаҡлау көнө. Уҡыусыларҙы был байрам менән ҡотларға гимназиябыҙҙың сығарылыш уҡыусыһы, билдәле эшҡыуар, "РУМИКС" фирмаһының етәксеһе Фазлетдинова Минзәлә Вәлиулла ҡыҙы һәм республикабыҙҙа һынлы сәнғәт мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Кащеев Федор Александрович килде.

Улар 2014 йылда сығарылыш уҡыусылары менән берлектә гимназияға Федор Александрович Кащеевтың "Башҡорт балы" исемле картинаһын бүләк иткәйнеләр. Хәҙер был һүрәт барыһын да ҡыуандырып, уҡыу йортобоҙҙоң эсен балҡытып тора.

Осрашыуҙың башында уҡ ҡунаҡтар балалар менән танышырға, әңгәмә ҡорорға ашыҡтылар. Улар уҡыусыларға барлыҡ көстө һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтергә, тырышып белем тауына үрләргә, был данлыҡлы уҡыу йортоноң бәҫен төшөрмәҫкә, оло юлда ҙур кеше булырға өндәнеләр, үҙҙәренең кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре менән бүлештеләр. Минзәлә Вәлиулла ҡыҙы, үҙенең гимназия- интернатта уҡыған йылдарын иҫкә төшөрөп, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул гимназияла уҡыған йылдарҙы "иң бәхетле саҡ" тип атаны. Федор Александрович үҙе рус рәссамы булһа ла, башҡорт мөхитендә тәрбиәләнгәнгә күрә, башҡорт тарихын, йәшәйешен яҡын күреүен әйтеп үтте. Эйе, уның барлыҡ һүрәттәрендә лә башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреше сағылыш тапҡан. Уҡыусылар ҙа ҡунаҡтарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Әңгәмә бик ҡыҙыу барҙы. Осрашыу аҙағында ҡунаҡтар менән фотоға төшөү ҙә ойошторолдо.

IMG 2044 IMG 2045

IMG 2050 IMG 2049