тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

DSC 0081117 май көнө Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында кинорежиссер Айгиз Ғабдуллин менән осрашыу булып үтте. Ул республикала үҙенең "Алмабикә","Мораҙым хан", "Малай булаһым килә" исемле башҡорт телендәге кинолары менән танылыу яулаған шәхес.

Был көндө режиссер уҡыусыларға үҙенең Сибай ҡалаһында төшөрөлгән "Серле бүләк" исемле яңы музыкаль нәфис фильмын тәҡдим итте. Үҙҙәренең тиҫтерҙәре ҡатнашлығындағы мажаралы фильмды ҡыҙҙар-малайҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

Фильм аҙғында уҡыусылар режиссерға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, киләһе проекттарҙа ҡатнашырға теләүселәр ҙә табылды.