тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 0261Гимназия-интернатында 9 Май байрамы тантаналы линейка менән башланды. Ысын парадтағы кеүек байраҡ индереү, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлау, 10-сы класс егеттәренән төҙөлгөн өс взводтың сәләме һәм маршы байрамға йәм өҫтәне. Директор Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитованың Еңеү көнө менән ҡотлау сәләмендә бик мөһим һүҙҙәр яңғыраны: «Беҙҙең гимназия-интернатында уҡыусыларҙа тыуған илде яратыу, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү эше юғары кимәлдә алып барыла. Февраль айында ойошторолған «Зарница» уйындары, хәрби йырҙарҙы өйрәнеү, маршировка, хәрбиҙәр, ветерандар менән осрашыуҙар – был эштәр барыһы ла йәш быуынды лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләү өсөн эшләнелә. Бөгөн бер нисә минуттан 170-тән ашыу уҡыусы һәм уҡытыусы “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылып, Еңеү парадында ҡатнашасаҡ. Уҡыусыларыбыҙҙың яуҙа ҡатнашҡан олаталары, туғандары, ауылдаштары тураһында белешмә йыйыуы, утыҙ уҡыусыбыҙҙың «Юлдаш» радиоһы ойошторған «Рәхмәт, олатайҙарға» тапшырыуында ихлас ҡатнашыуы ҙур хөрмәткә лайыҡ. Афарин, уҡыусылар!

Эйе, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе яугирҙарҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ уларҙың батырлығына лайыҡлы булырға тейешбеҙ!»

Байрамға республикабыҙҙың билдәле шәхестәре ҡунаҡҡа саҡырылды: ветерандар советы ағзаһы, «Һуғыш балалары» дөйөм Рәсәй ойошмаһының Башҡортостан бүлеге рәйесе, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм ветерандар хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Александр Михаилович Палтусов һәм ветерандар комитетының махсус бүлеген әйҙәүсе, боксер-чемпион Рифҡәт Ғәбделәхәт улы Мырҙағолов. Уларҙың фәһемле сығыштары барыһының да йөрәгенә үтеп ингәндер.

IMG 0189Шиғыр һөйләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә, «Атайсал» төркөмө йырсылары ла һынатманы. Бер минут тынлыҡтан һуң, дәррәү алҡыштар менән директор Люция Тәлғәт ҡыҙы һәм Гөлнара Ғәрифйән ҡыҙы етәкселегендә 170 уҡыусы һәм уҡытыусыны «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡуҙғалды.

Линейканан һуң, барыһы ла «һалдат бутҡаһын» тәмләргә йыйылды. Ҡырҙа бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы һәм ҡара сәй, ысынлап та, телде йоторлоҡ ине.

Артабан спорт ярыштары, уйындар дауам итте, кемдер байрам тамашаһын ҡарар өсөн класс етәксеһе менән Октябрь прспектына юлланды.

Байрам сараһын ойоштороусы Тимерас Ҡәнзәфәр улына, Оксана Нурғәле ҡыҙына, Вәсил Ришат улына, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Иле өсөн һәләк булғандарҙың

Исемдәре халыҡ телендә,

Кәүҙәләре ҡайҙа ҡалһалар ҙа,

Оло хөрмәт тыуған ерендә!

Ҡылысова Г.С.,

башҡорт теле һәм уҡытыусыһы

IMG 0164  IMG 0191 IMG 0413 IMG 0457 IMG 0462 IMG 0250