тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

IMG 7395Ошо көндәрҙә гимназияла Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған “Урал бөркөтө - 2016” конкурсы үтте. Унда 8, 9, 10 класс егеттәренән торған дүрт команда ҡатнашып, үҙ-ара көс һынаштылар. Командаларҙың исемдәре лә бик үҙенсәлекле ине: “Диңгеҙ батырҙары”, “Салауат вариҫтары”, “Град”, “Шайморатовсылар”. Бар һынауҙар ҙа әрме тормошонан алынғайны. Ә баһалау комиссияһына бик мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды: Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтынан полиция полковнигы, гимназияның сығарылыш уҡыусыһы Айҙар Басир улы Йомағужин, ошо уҡ институттың тәрбиә эштәре буйынса бүлек инспекторы Дарис Фәйзулла улы Әүхәҙиев. Үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәндәре өсөн гимназиябыҙ етәксеһе Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова уларға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

 

IMG 7428 IMG 7451