тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

баннер1

IMG 051314 декабрь көнө гимназиябыҙҙа беҙҙең сығарылыш уҡыусыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты   Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың 70 йыллыҡ юбилейына арналған сара үтте.

Мирас Хәмзә улы гимназиябыҙҙа 1960-1963 йылдарҙа белем алған. Әҙәбиәт түңәрәгендә шөғөлләнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова ойошторған кисәләрҙә яҙыусы, шағирҙар менән осрашыуҙар киләсәктә яҙмышын әҙәбиәт менән бәйләү теләген тағы ла нығыта. Ул хатта ошо йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән осраша. Артабан улар аралашыуҙарын дауам итәләр, Рәми Ғарипов уның өсөн кәңәшсе лә, дуҫ та, хатта туған һымаҡ та була.

Сарала Мирас Хәмзә улының бала сағынан алып үтелгән ғүмеренә, эшләнгән эштәренә байҡау яһалды. Уҡыусылар дәртләнеп ул яҙған шиғырҙарҙы, шулай уҡ Рәми Ғариповтың “Туған тел”, “Аманат” ҡобайырынан өҙөк һөйләнеләр, «Юлай улы Салауат» романы буйынса өҙөктө сәхнәләштерҙеләр, илһамланып бейенеләр һәм йырланылар. Юбилярҙы коллектив исеменән Хәмитова Люция Тәлғәт ҡыҙы, яҡташтары – Баймаҡ районы уҡыусылары һәм Юнир Һағынбаев, уҡытҡан студенттары исеменән Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы ҡотланылар. Сараның аҙағында уны әҙерләүсе Кайбышева Альбина Хәсән ҡыҙы йомғаҡлап, ҡатнашҡан  уҡыусыларға, «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле етәксеһе Шафиҡов Әнүәр Хәким улына, «Таңсулпан» драма түңәрәген алып барыусы Римма Фәйез ҡыҙына рәхмәтен еткерҙе.