тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

logo basholimpКаникулдың һуңғы көндәрендә беҙҙең уҡыу йотонда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион-ара олимпиада үтте. Күрше өлкәләрҙән һәм республиканан тел һөйәр дүрт йөҙгә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре билдәле булды. Беҙҙең уҡыусылар ҙа еңеүселәр рәтендә. 8-се кластар араһында абсолют еңеүсе тип Йәрмөхәмәтова Илгизә (уҡытыусыһы Лилиә Искәндәр ҡыҙы Әминева) билдәләнде. 9-сы класс уҡыусылары араһында Янбаева Илүзә еңеүсе (уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева) булды. Шулай уҡ Сәғәҙәтова Юлиә, 8- се класс (уҡытыусыһы Альбина Хәсән ҡыҙы Кайбышева) призер булды.

Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы еңеүҙәре ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусыларҙы әҙерләгән Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысоваға, Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатоваға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

WhatsApp Image 2020 01 11 at 12.16.18