тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

    novyy god elochnye sharyЯңы йыл байрамы - кескәйҙәрҙең генә түгел, ә бар илебеҙ халҡының көтөп алған иң күңелле байрамдарының береһе икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Гимназистар өсөн дә Яңы йыл -иң күңелле байрамдарҙың береһе ул. Сөнки тап ошо мәлдә уҡыусыларҙың теләктәре тормошҡа аша, гимназияла ла айырыуса байрам мөхите барлыҡҡа килә. Гимназияла 24-25  декабрь көнө шаулап-гөрләп Яңы йыл кисәләре үтте.Дәртле йырҙар, сағыу сығыштар береһен дә битараф ҡалдырманы, һәр кем күңел асты. Яңы 2020 йыл барыбыҙға ла тик шатлыҡлы ваҡиғалар һәм ҡыуаныстар килтерер тип ышанабыҙ.Мөғжизәгә ышанып йәшәйек, ә гимназистарға киләһе йыл уңыштар ғына килтерһен!