тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

Башҡорт 2.0 2    11 декабрь көнө "Башҡорт 2.0" клуб-проектының сираттағы осрашыуы уҙҙы. Әңгәмәлә ҡатнашырға гимназияның сығарылыш уҡыусыһы, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты, "Башҡорт 2.0" проекты һәм китабының авторы, Элвира Моталова саҡырылды. Ҡунаҡ иң тәүҙә үҙенең нисек бейеклектәргә менеүе, һуңынан уңыштарға өлгәшеүе хаҡында һөйләне. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап бирҙе. Иң ҡыҙыҡлы һорау биреүсе, Ғәфүргә, ул үҙенең китабын бүләк итте. Әйткәндәй, "Башҡорт 2.0" баҫмаһында әлеге заман кешеләренең интервьюлары тупланған..... Ҡунағыбыҙ әйтеүенсә, беҙ туған телде төрлө илдәрҙә пропагандалап, өр-яңы ойошмалар асһаҡ, башҡорт халҡының әһәмиәте, рухы күбәйәсәк. Элвира апай Моталова һәр кешене үрҙәргә менергә саҡыра. "Һин үҙеңдең иң яҡшы версияһы булырға тейешһең!" - тип өндәй.

Башҡорт 2.0Башҡорт 2.0 1Башҡорт 2.0 3