тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

   тел12 декабрь Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле" көнөнә арналған "Тел серҙәре" тип аталған интеллектуаль уйын үткәрелде. Был сарала билдәле шағирҙар, студенттар һәм 8-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Уйын 4 команда араһында үтте,улар: 
- Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы;

- Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы;
- РИЛИ;
- Һәм беҙҙең Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты.       Гимназиябыҙҙан башҡорт телен яратҡан, яҡшы белгән һәм артабан тәрәнерәк өйрәнергә тигән 8-се В һәм Д, 9-сы А һәм Д класы уҡыусылары үҙ теләген белдереп команда йыйҙылар. Командалар һүҙҙе визитканан башлап ебәрҙеләр, артабан интеллектуаль һорауҙарға яуаптар биреп, барыһы ла үҙенең тапҡырлығын һәм белемен күрһәтте. Ике сәғәткә яҡын уйын дауамында ҡатнашыусылар үҙенең үткерлеген, аҡыл һәләттәрен һәм тырышлығын күрһәтте.
   Сара бик ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы барҙы. Беҙҙең команда һорауҙарға тиҙ арала һәм,иң мөһиме, дөрөҫ яуаптар биреп, 1-се урынды яуланы.
   Интеллектуаль кисә бүләкләү тантанаһы һәм иҫтәлеккә традицион дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды. Уҡыусылар уйындан бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!


Педагог-китапханасы Оморҙаҡова Р.З.

тел1тел2тел3тел4тел5