тел. +7(347)284-66-09; e-mail: brgi1@mail.ru

 IMG 3862Ноябрь айында гимназиябыҙҙа һайлап алыу кампанияһы үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса гимназиябыҙ президенты итеп Зарипов Азамат һайланды.

6 декабрь көнө инаугурция тантанаһы уҙҙы. 2018-2019 йылдың президенты  Рыҫмөхәмәтов Ғазинур гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан,сараларҙы ойоштороп,гимназияны тәртиптә тотҡан командаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе.

    Аҙаҡһүҙ яңы президентыбыҙЗарипов Азаматҡа бирелгәс, ул үҙенең ярҙамсылары, министрҙары менән таныштырҙы, гимназияның артабан үҫешенә йоғонто яһарға, уны яҡшыртырға ант бирҙе. Ярҙамсыларға килгәндә, улар гимназияла бик күп. Үҙәк һайлау комиссияһы үҙе ни тора. Һайлауҙар ойошторғанда уларҙыңәһәмиәте шаҡтай ҙур булды, ҮҺК булдырған ғәҙеллек гимназистарға ысынлап яҡшы президентты һайларға ярҙам итте.

Президент һайлауҙары алдынан гимназияла шулай уҡ дебаттар, администрация менән осрашыу үтте. Президентҡа өс кандидат: Даминдаров Рамаҙан, Хафизова Зөләйха, Зарипов Азаматүҙҙәренең программаларын яҡлап сығыш яһаны. Араларынан һайланып алынған Зарипов Азаматҡа ышанып, ауыр һәм яуаплы вазифаһында уңыштар теләп ҡалабыҙ!

IMG 3835IMG 3848IMG 3852